9 декабрь, Йома

06 март 2013 йыл, 10:52

Внешэкономбанк Үҫеш премияһына дәғүә итеүгә конкурс иғлан итте

автор: Эльвира Латипова

«Внешэкономбанк» дәүләт корпорацияһы Үҫеш премияһына дәғүә итеүгә конкурс иғлан итте. Башҡортостандың Сәнәғәт һәм инновацион сәйәсәт министрлығы предприятиеларҙы һәм ойошмаларҙы бәйгелә ҡатнашыуға саҡыра.

Конкурс Рәсәйҙең инвестициялар йәлеп итеү ҡеүәһен арттырыуға, илдең абруйын күтәреүгә йүнәлтелгән.

Премиялар түбәндәге дүрт номинация буйынса тапшырыла: «Иң яҡшы инфраструктура проекты», «Иң яҡшы бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты проекты», «Территорияларҙы комплекслы үҫтереү буйынса иң яҡшы проект» һәм «Сәнәғәт тармаҡтарында иң яҡшы проект».

Еңеүселәр Санкт-Петербург ҡалаһында июнь айында үтәсәк халыҡ-ара иҡтисад форумында иғлан ителәсәк.