6 декабрь, Шишәмбе

06 март 2013 йыл, 10:37

2018 йылға төбәктә бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең уртаса эш хаҡы 38774 һумға етергә тейеш

автор: Галина Бахшиева

Алдан иҫәпләүҙәр буйынса, Башҡортостанда бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең уртаса эш хаҡы, инфляция кимәлен иҫәпкә алғанда, 2018 йылға, 2012 йыл кимәле менән сағыштырғанда, 38774 мең һумға тиклем, йәғни ике тапҡырға тиерлек артырға тейеш.

БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы коллегияһы ултырышында билдәләнеүенсә, бюджет өлкәһе хеҙәткәрҙәренең эш хаҡын арттырыу мәсьәләһе республикала эҙмә-эҙлекле хәл ителә. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2012 йылдың 1 июленән бюджет өлкәһенең дәүләт һәм муниципаль учреждениелары хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы 14 процентҡа арттырылды.

Бынан тыш, бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын арттырыуға Рәсәй Президентының 597-се Указы йүнәлтелгән, ул Башҡортостанда бюджет өлкәһендә эшләгән 175 мең кешегә ҡағыла.

Башҡортостандың хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова хәбәр итеүенсә, «2013 йылдың беренсе кварталында әлеге Указды тормошҡа ашырыу буйынса саралар планын раҫлау планлаштырыла, унда был документтың барлыҡ положениелары иҫәпкә алынасаҡ».