Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.57 ↑

EUR 67.93 ↓

20 октябрь, Йома

Уфа   °

Субсидия ярҙамында Башҡортостанда инвалидтар өсөн 276 эш урыны булдырыу планлаштырыла

Иҡтисад

2013 йылда Башҡортостанда инвалидтар өсөн 176 эш урыны булдырыу планлаштырыла. Бының өсөн субсидиялау механизмы ҡаралған. Бер урынға уртаса субсидия күләме 66,2 мең һумға тиклем арттырылды, тип хәбәр итте шишәмбе, 5 мартта, коллегияның киңәйтелгән ултырышында Башҡортостандың хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова.

Шул уҡ ваҡытта эш урынына квота бүлеү инвалидтарҙы эш менән тәьмин итеү мәсьәләһен хәл итеүгә йүнәлтелгән төп сараларҙың береһе булып ҡала. 2012 йылда республикала планлаштырылған 9335 квотаның 6002-һе, йәғни 64 проценты үтәлгән. Министр фекеренсә, был квотаның эш тәҡдим итеүселәр өсөн стимул биреүсе механизм булмауы менән аңлатыла.

БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы коллегияһы ултырышында билдәләнеүенсә, әлеге ваҡытта «Рәсәй Федерацияһында инвалидтарҙы социаль яҡлау тураһында»ғы федераль законға ҡайһы бер үҙгәрештәр индереү планлаштырыла. Үҙгәрештәр квота буйынса эшкә алырға бурыслы эш тәҡдим итеүселәр һанын арттырыуҙы күҙ уңында тота. Шул уҡ ваҡытта квота иҫәбенә эшкә урынлашырға теләгән инвалидты эшкә алмаған өсөн штраф күләме 10 мең һумға тиклем арттырылды.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть