Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.88 ↓

EUR 65.95 ↑

28 июнь, Шаршамбы

Уфа   °

Өфөнөң иң лайыҡлы кешеләренә баш ҡала Советы наградалары тапшырылды

Йәмғиәт

Өфө ҡала Советында Башҡортостан баш ҡалаһының иң лайыҡлы кешеләрен наградлау тантанаһы үтте.

Наградаға 20 кеше эйә булды, тип хәбәр иттеләр ҡала Советының матбуғат хеҙмәтенән. Уларҙың һигеҙе ҡала округының Почет грамоталарына лайыҡ булды, 12 кеше ҡала Советы грамоталарын алды.

Наградланыусылар араһында уҡытыусылар, ғалимдар, табиптар, музей хеҙмәткәрҙәре, композиторҙар, артистар, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре, башҡа тармаҡ вәкилдәре бар.

— Һеҙ төрлө өлкәләрҙә эшләйһегеҙ, әммә бөтәгеҙ ҙә бер эш башҡараһығыҙ – беҙҙең ҡаланы үҫтерәһегеҙ, унда йәшәүе уңайлыраҡ булһын өсөн тырышаһығыҙ, — тине Өфө ҡала Советы рәйесе Евгений Семивеличенко.

Наградланыусылар араһында ҡатын-ҡыҙҙар ҙа аҙ түгел. 8 Март алдынан Евгений Семивеличенко барлыҡ гүзәл заттарҙы яҡынлашып килгән байрам менән ҡотланы, ныҡлы һаулыҡ, күтәренке кәйеф һәм ғаилә именлеге теләне.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть