Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51

EUR 67.89

22 октябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Баш ҡаланың иң яҡшы уҡытыусыһына автомобиль асҡысы тапшырылды

Йәмғиәт

Ун алтынсы тапҡыр үткәрелгән «Башҡортостан баш ҡалаһының йыл уҡытыусыһы-2013» конкурсында абсолют еңеүсе тип Киров районының 5-се лицейынан башланғыс кластар уҡытыусыһы Ольга Русинова танылды. Уға автомобиль асҡысы тапшырылды.

Быйыл һөнәри оҫталыҡ бәйгеһендә 31 педагог ҡатнашты. Улар араһында рус теле һәм әҙәбиәте, музыка, физик культура, һынлы сәнғәт уҡытыусылары булды. Бер ай дауамында улар төрлө һынауҙар аша үтте, асыҡ дәрестәр, класс сәғәттәре үткәрҙе, үҙҙәренең методик проекттары менән таныштырҙы. Финалда конкурста ҡатнашыусылар оҫталыҡ дәрестәрендә, түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашты.

Наградлау тантанаһы сиктәрендә шулай уҡ иң яҡшы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы билдәләнде. Еңеүсе тип Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһынан Фәриҙә Миһранова танылды.

Өфөнөң иң яҡшы мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы исеменә – 74-се балалар баҡсаһы, ә балаларға өҫтәмә белем биреү учреждениелары етәкселәре араһында йыл директоры исеменә «Глобус» балалар ижады үҙәгенән Ольга Ивашкова лайыҡ булды.

Сараны ойоштороусылар булып ҡаланың Мәғариф идаралығы һәм Фәнни-мәғлүмәт-методик үҙәге сығыш яһаны.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть