11 декабрь, Йәкшәмбе

05 март 2013 йыл, 16:38

Башҡортостан Президенты Салауат ҡалаһында булды

автор: "Башинформ" | фото: Олег Яровиков

5 мартта Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Салауат ҡалаһының бер нисә етештереү һәм социаль объектында булды, шулай уҡ ҡала Советы депутаттары, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, предприятиелар һәм бюджет учреждениелары етәкселәре менән осрашыу үткәрҙе, тип хәбәр иттеләр республика башлығының матбуғат хеҙмәтенән.

«Салауатбыяла» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә Президент быяла етештереү буйынса яңы линияны ҡараны. Бындай быяла ныҡлығы менән айырыла һәм ультрафиолет нурҙарҙан һаҡлай.

«Газпром нефтехим Салауат» заводында Рөстәм Хәмитов нефть ҡыуыу буйынса ЭЛОУ АВТ-6 ҡоролмаһы менән танышты. Уның ҡеүәте йылына алты миллион тонна тәшкил итә. Ҡоролма бензин, керосин, дизель яғыулығы, гудрон, углеводород сеймалы алыу маҡсатында нефть эшкәртеү өсөн тәғәйенләнгән. 2015 йылда заводта акрил кислотаһы һәм бутилакрилат етештереүҙе ойоштороу планлаштырыла.

Ҙур предприятиеларҙан тыш, Башҡортостан Президенты Салауат ҡалаһында бәләкәй һәм урта бизнес үҫеше менән ҡыҙыҡһынды. «Автомаркет» үҙәгендә Рөстәм Хәмитовты ҡалала эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә булышлыҡ итеү үҙәген булдырыу проекты менән таныштырҙылар. Эшҡыуарҙарға һәр яҡлап ярҙам итеү проекттың төп маҡсаты булып тора.

Республика Президенты 18-се балалар баҡсаһының реконструкциянан һуң асылған яңы корпусында булды. Ул һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн тәғәйенләнгән. 1990 йылда учреждение ябылған, ә корпус офис итеп йыһазландырылған. Хәҙер ул мәктәпкәсә белем биреү системаһына кире ҡайтарылды. Бында 120 бала тәрбиәләнә.

Шулай уҡ Рөстәм Хәмитов капиталь реконструкциянан һуң асылған «Алмас» физкультура-һауыҡтырыу комплексында булды. Республика етәксеһе спорт һәм тренажер залдарын, бассейнды, тамашасылар өсөн трибуналарҙы ҡараны.

Бассейнды асыу тантанаһында сығыш яһап, Рөстәм Хәмитов бер йыл элек уның емерек хәлдә булыуын билдәләне. Бассейн Башҡортостан Президенты инициативаһы буйынса тергеҙелгән. Был маҡсатҡа республика бюджетынан 93,6 миллион һум аҡса бүленгән. Яңы бассейн бер йылдан кәмерәк ваҡыт эсендә төҙөлгән.

Бынан һуң Башҡортостан Президенты ҡала Советы депутаттары, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, предприятиелар һәм бюджет учреждениелары етәкселәре менән осрашыу үткәрҙе.