Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65 ↓

EUR 66.67 ↑

24 июнь, Шәмбе

Уфа   °

БР Дәүләт Йыйылышы депутаттары профилле комитеттарҙа эшләй

Сәйәсәт

Был аҙнала Башҡортостан парламентарийҙары профилле комитеттар ултырыштарын үткәрә. 5 мартта Сәнәғәт, транспорт, элемтә һәм эшҡыуарлыҡ буйынса комитет (11.00 сәғәттә), Урындағы үҙидара һәм йәмәғәт ойошмалары буйынса комитет (14.30 сәғәттә) һәм Дәүләт төҙөлөшө буйынса комитет (16.00) ултырыштары үтә.

6 мартта БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың йәнә өс комитеты ултырыш үткәрә: 10.00 сәғәттә — Социаль сәйәсәт һәм һаулыҡ һаҡлау буйынса комитет; 12.00 сәғәттә – Аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу буйынса комитет; 15.00 сәғәттә – Мәғариф, фән, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр эштәре буйынса комитет.

12 мартта 10 сәғәттә Бюджет, финанстар, һалымдар һәм милек мәсьәләләре буйынса комитет ултырышы үтә.

Республика парламенты Президиумы ултырышы 13 мартҡа планлаштырылған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть