6 декабрь, Шишәмбе

05 март 2013 йыл, 10:03

Рөстәм Хәмитов Токио медицина университеты профессоры Казуо Умезава менән осрашты

автор: Сергей Захаров | фото: Олег Яровиков

4 мартта Республика йортонда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Айчи медицина университеты (Япония, Токио ҡалаһы) профессоры Казуо Умезава менән эш осрашыуы үткәрҙе. Осрашыуҙа Республика клиник онкология диспансеры менән Казуо Умезаваның дарыуҙар эшләү өлкәһендәге лабораторияһының хеҙмәттәшлек итеү мәсьәләләре тикшерелде, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән.

— Һеҙҙе ҙур ғалим булараҡ, яман шеште, иммунитет ҡаҡшауы арҡаһында барлыҡҡа килгән ауырыуҙары дауалау буйынса алдынғы технологиялар менән электән уңышлы шөғөлләнгән кеше булараҡ беләбеҙ, — тине Рөстәм Хәмитов, ҡунаҡҡа мөрәжәғәт итеп. – Өфө ғалимдары менән үҙ-ара килешеп эш итеүегеҙгә шатбыҙ. Был хеҙмәттәшлектең уңышлы булыуын теләйбеҙ. Шулай уҡ беҙҙәге үҙәк үҫешһен, онкология диспансерының статусы үҙгәрһен, тип теләйбеҙ. Был үҙәк Рәсәй Федерацияһында лайыҡлы абруй ҡаҙанған, әммә беҙгә халыҡ-ара кимәлгә сығырға кәрәк. Был эштә һеҙҙең ҡатнашлығығыҙ беҙҙең өсөн үтә мөһим.

— Бөгөн һеҙҙе күреүемә шатмын. Өфөнөң онкология үҙәге менән хеҙмәттәшлек итеү минең өсөн оло хөрмәт. Тикшеренеүҙәремде яман шеш ауырыуҙарын уңышлы дауалау өсөн кәрәк булған тәбиғи компоненттар эҙләүгә бағышлайым. Һеҙҙең менән хеҙмәттәшлек итеп, был маҡсатҡа бергәләп ирешә алыуыбыҙға шатмын, — тине Казуо Умезава.

— Беҙ Италия, Греция һәм АҠШ ғалимдары менән хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Әммә Өфө ғалимдары менән үҙ-ара килешеп эш итеү миндә айырыуса ҡыҙыҡһыныу уята, — тине Умезава әфәнде, осрашыуҙан һуң киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре менән аралашып. – Шамил Ганцев менән әүҙем эшләйбеҙ. Башҡортостан ғалимдарының әүҙем булыуы, уларҙың медицина өлкәһенә ҡарашы оҡшай. Башҡорт дәүләт медицина университеты һәм Республика онкология үҙәге оҡшай. Студенттар менән эшләү, йәш быуын үҫтереү оҡшай. Өфөгә тәүгә килгәнемдә, студенттар айырыуса ныҡ тәьҫир итте. Улар ҙур әүҙемлек күрһәтте. Шуға күрә йәш быуын тәрбиәләүгә үҙ өлөшөмдө индерергә теләйем. Рөстәм Зәки улына минең менән осрашырға ваҡыт тапҡаны өсөн рәхмәтлемен. Рөстәм Хәмитов үҙе ҙур ғалим. Президенттың беҙҙең проектты хуплауына бик шатмын.