Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42

EUR 61.86

27 март, Дүшәмбе

Уфа   °

Республика инноваторҙары Russian Startup Tour турында ҡатнашыуға саҡырыла

Иҡтисад

Өфөлә Startup Road Show федераль туры сиктәрендә бер көнлөк сара үтәсәк. Зворыкин проекты, Сколково, РВК һәм Startup Sauna проекттарын үҙ эсенә алған федераль тур Рәсәйҙең 19 ҡалаһында үтә. Ойоштороусылар булып Рәсәй Федерацияһының Иҡтисади үҫеш министрлығы, Мәғариф һәм фән министрлығы, Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы, Ғилми-техник өлкәлә бәләкәй предприятиелар үҫешенә булышлыҡ итеү фонды сығыш яһай.

Russian Startup Tour  - Зворыкин проекты, башҡа федераль һәм төбәк партнерҙары менән берлектә Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ тарафынан ойошторолған бер көнлөк саралар циклы.

«Башинформ» агентлығына БР Фәндәр академияһының матбуғат секретары Светлана Седелева хәбәр итеүенсә, сара Өфөлә 19 мартта үтә.

Сарала ҡатнашыу бушлай, алдан яҙылыу мотлаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть