11 декабрь, Йәкшәмбе

04 март 2013 йыл, 15:08

Республикала муниципалитеттар араһында экология буйынса конкурс иғлан ителде

автор: Галина Бахшиева

Башҡортостанда Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылы сиктәрендә иң яҡшы муниципаль берәмеккә конкурс иғлан ителде. Халыҡтың экологик мәҙәниәтен күтәреү, территорияларҙы төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү, шулай уҡ муниципалитеттарҙы тирә-яҡ мөхитте һаҡлау һәм тәбиәғттән рациональ файҙаланыу мәсьәләләренә йәлеп итеү конкурстың төп маҡсаттары булып тора.

Бәйгене ойоштороусылар булып БР Тәбиғәттән файҙалананыу һәм эколоия министрлығы, «БР Муниципаль берәмектәр советы» ассоциацияһы сығыш яһай.

Конкурста иң яҡшы муниципаль берәмек һәм иң яҡшы ҡала округы исеменә ике номианция ҡаралған, тип хәбәр итте БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат секретары Нина Никандрова. Еңеүселәрҙе билдәләү критерийҙары араһында – муниципалитеттарҙың тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға сығымдары, халыҡтың экологик именлегенә йүнәлтелгән бюджеттан тыш средстволар йәлеп итеү, инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу. Бынан тыш, ғәмәлдәге экологик программалар һанына, таҙартыу ҡоролмалары менән йыһазландырылыу кимәленә, айырыуса һаҡланған тәбиғәт территорияларының һанына һәм торошона айырыуса иғтибар бүленәсәк.

Бәйгелә ҡатнашыуға заявкалар 2013 йылдың 20 ноябренә тиклем ҡабул ителә. Конкурс тураһында тулыраҡ мәғлүмәт БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының рәсми сайтында урынлаштырылған.