6 декабрь, Шишәмбе

04 март 2013 йыл, 11:53

Башҡортостан предприятиелары «Март. Shopping. Ҡазан» күргәҙмәһендә ҡатнашыуға саҡырыла

автор: Эльвира Латипова

27-31 мартта Ҡазанда II «Март. Shopping. Ҡазан» күргәҙмәһе үтә. Сара Татарстандың Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы, Ҡазан мэрияһы һәм ТР Еңел һәм текстиль сәнәғәт эшҡыуарҙары союзы ярҙамында ойошторола.

Башҡортостандың Сәнәғәт һәм инновацион сәйәсәт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, был Волга буйы федераль округында ҙур күргәҙмәләрҙең береһе булып тора. Тауарҙарҙы Волга буйы федераль округы баҙарына сығарыу, етештереү һәм сауҙа өлкәләре араһында килешеп эш итеүҙе үҫтереү, төбәк-ара бәйләнештәрҙе нығытыу күргәҙмәнең төп маҡсаты булып тора.