3 декабрь, Шәмбе

04 март 2013 йыл, 11:35

Төбәктә тәбиғәтте һаҡлау сараларына инвестицияларҙың йыллыҡ күләме 1,8 миллиард һум тәшкил итте

автор: Галина Бахшиева

Республикала 2012 йылда бөтә төр финанслау сығанаҡтары иҫәбенә тәбиғәтте һаҡлау сараларына инвестицияларҙың дөйөм күләме 1,848 миллиард һум тәшкил итте.

БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, средстволарҙың күпселек өлөшө – 1,185 миллиард һумы – төбәктә эшләгән предприятиеларға тура килә.

Республика бюджетынан тәбиғәтте һаҡлау сараларына 2012 йылда – 534 миллион һум, федераль бюжеттан 59 миллион һум аҡса бүленгән. Йәнә 69,6 миллион һум муниципаль бюджеттарҙан йүнәлтелгән.