6 декабрь, Шишәмбе

04 март 2013 йыл, 11:21

Өфөлә бер эшһеҙгә ике вакансия тура килә

автор: Галина Бахшиева

Бөгөн Өфөлә рәсми рәүештә теркәлгән 7300 эшһеҙ иҫәпләнә, уларҙың 6250-һе эшһеҙлек буйынса пособие ала. Өфөнөң Халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәгендә йәмғеһе 7700-гә яҡын кеше иҫәптә тора.

«Башинформ» агентлығына Башҡортостан баш ҡалаһының халыҡ мәшғүллеге хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ҡаланың вакансиялар банкында бөгөнгө көндә 16 меңгә яҡын буш эш урыны иҫәпләнә. Көсөргәнешлек коэффициенты 0,48-гә тиң. Өфөлә рәсми эшһеҙлек кимәле 1,29 процент тәшкил итә.

2013 йыл башынан Өфөнөң Халыҡ мәшғүллеге үҙәге ярҙамында 1700-ҙән ашыу кеше эшкә урынлашҡан. Йәнә 500 эшһеҙ хеҙмәт баҙарында талап ителгән һөнәрҙәргә ҡайтанан бушлай уҡытырға ебәрелгән.