4 декабрь, Йәкшәмбе

04 март 2013 йыл, 10:43

Мәскәүҙә Башҡортостан студенттары һәм аспиранттары ассоциацияһының «Дискурс» проекты старт алды

автор: Гөлсәсәк Ханнанова

Мәскәүҙә, Башҡортостан Республикаһының РФ Президенты янындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллегенең конференц-залында, башҡорт тарихсыһы Булат Аҙнабаевтың «Федератив мөнәсәбәттәрҙең тарихи нигеҙе: Рәсәй һәм Башҡортостан» темаһына лекцияһы үтте. Сара Башҡортостан яҡташтар берлегенең «Дискурс» исемле яңы проекты сиктәрендә Башҡортостан студенттары һәм аспиранттары ассоциацияһы менән ойошторолдо.

Ассоциация башлығы Азат Бәҙрәнов һөйләүенсә, «Дискурс» тип аталған интеллектуаль-дискуссия проектын булдырыу идеяһы менән Мәскәү һәм Санкт-Петербург ҡалаларында белем алған йәштәр үҙҙәре сығыш яһаған. Уның сиктәрендә Башҡортостан студенттары һәм аспиранттары өсөн Рәсәйҙең һәм сит илдәрҙең эксперттар берләшмәһе вәкилдәре менән осрашыуҙар үткәреү планлаштырыла. Бындай саралар Башҡортостандың Мәскәүҙәге Тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә ойоштороласаҡ.

Проект сиктәрендә студенттар һәм аспиранттар алдында сығыш яһау өсөн билдәле ғалимдарҙы, журналистарҙы, йәмәғәт эшмәкәрҙәрен саҡырыу ҡаралған. Атап әйткәндә, киләһе осрашыуҙарҙы Сергей Кара-Мурза, Борис Кагарлицкий, билдәле журналист Максим Шевченко менән үткәреү планлаштырыла. Шулай уҡ үткәрелгән оҫталыҡ дәрестәре һәм көнүҙәк мәсьәләләр тураһында фекер алышыу өсөн онлайн-майҙансыҡ булдырыу, башҡа интеллектуаль саралар ойоштороу ҡаралған.