Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.23 ↓

EUR 69.80 ↓

12 декабрь, Шишәмбе

Уфа   °

Өфө VI Ҡышҡы халыҡ-ара балалар уйындары менән хушлашты

Йәмғиәт

Башҡортостан баш ҡалаһында VI Ҡышҡы халыҡ-ара балалар уйындары тамамланды. Уйындарҙы ябыу тантанаһы Спорт һарайында үтте.

Сараны «Мираҫ» халыҡ бейеүҙәре ансамбле артистары асты. Артабан Халыҡ-ара балалар уйындары комитеты президенты Тортен Раш һүҙ тотто.

— Бер нисә көн эсендә иң яҡшы һөҙөмтәләр күрһәттегеҙ, — тип мөрәжәғәт итте Раш әфәнде ярыштарҙа ҡатнашыусыларға. – Уйындарҙа һеҙҙең юғары кимәлгә шаһит булдыҡ. Рәсәйҙә тәүгә үткәрелгән был Уйындар өсөн ҡатнашыусыларға һәм Ойоштороу комитетына, шулай уҡ йылы ҡабул иткәне өсөн Өфөгә рәхмәт белдерәм.

Рәхмәт йөҙөнән Торстен Раш Өфө мэры Ирек Ялаловҡа гәлсәр глобус тапшырҙы.

Ирек Ялалов, үҙ сиратында, Өфөнө спорт һәм дуҫлыҡ фестивален үткәреү урыны итеп һайлағандары өсөн рәхмәт әйтте һәм ярыштарҙа дуҫлыҡ еңеүен билдәләне.

Бынан һуң Өфө Уйындар флагын Канаданың Виндзора ҡалаһына тапшырҙы. 2013 йылдың авгусында унда йәйге Халыҡ-ара балалар уйындары үтәсәк.

Тантаналы сарала күп илдәрҙең мәктәп уҡыусыларын берләштергән акцияла – «Ҙур Уйын»да ҡатнашыусылар ҙа бүләкләнде. Уларҙы Халыҡ-ара балалар уйындары комитетының генераль секретары Ричард Смит сәләмләне.

Спорт байрамы салют һәм йәштәр дискотекаһы менән тамамланды.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть