Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89

EUR 69.42

18 декабрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостандың банктар берләшмәһе вәкилдәре дәүләт наградаларына лайыҡ булды

Сәйәсәт

Республика банк секторының дүрт вәкиле дәүләт наградаларына лайыҡ булды. БР Милли банкында үткән кәңәшмәлә наградаларҙы БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Евгений Маврин тапшырҙы.

Башҡортостан Президенты Указы менән «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы» исеме БР Милли банкы рәйесе урынбаҫары Радмир Ғәниевҡа бирелде.

«Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған экономисы» исеменә «Центркомбанк» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең директорҙар советы рәйесе Евгений Ванок, «Промтрансбанк» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең «Черниковка» бүлексәһе етәксеһе Мөҙәрис Кәримов һәм «АФ Банк» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең идара итеүсе директоры Ансаф Ниғмәтйәнов лайыҡ булды.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть