9 декабрь, Йома

02 март 2013 йыл, 14:17

Рөстәм Хәмитов Халыҡ-ара балалар уйындары комитеты етәкселеге менән осрашты

автор: "Башинформ"

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Республика йортонда Халыҡ-ара балалар уйындары комитеты президенты Торстен Раш һәм генераль секретарь Ричард Смит менән осрашыу үткәрҙе.

Уйындарҙың аҙағына етеүе хеҙмәттәшлектең тамамланыуын аңлатмай, тине Рөстәм Хәмитов, ҡунаҡтарҙы сәләмләп.

— Ваҡыт тиҙ үтә һәм бөгөн Халыҡ-ара балалар уйындарының аҙаҡҡы көнө, — тине республика Президенты. – Әммә был беҙҙең хеҙәттәшлектең тамамланыуын аңлатмай. Бындай хеҙмәттәшлекте дауам итеү, бергә эшләү, аралашыу буйынса пландарыбыҙ бар. Уйындар яҡшы кимәлдә үтте, тип уйлайым. Спорт объекттарында йыш булам, балалар менән аралашам һәм уларҙың ҡәнәғәт булыуын күрәм. Һеҙҙең менән танышыуыбыҙға, дуҫлашыуыбыҙға сикһеҙ шатбыҙ.

Халыҡ-ара балалар уйындары комитеты президенты спорт ярыштарынан алған тәҫьораттары менән бүлеште.

— Уйындар һеҙҙең республикала ҙур уңыш менән үтте, тип иҫәпләйбеҙ, — тине Торстен Раш. – Беҙ генә түгел, ярыштарҙа ҡатнашыусы балалар ҙа бындай баһа бирә. Шулай уҡ барлыҡ ойоштороусыларҙың һәм ҡатнашыусыларҙы юғары профессионализмын билдәләп үтке килә. Һандарға килгәндә, Уйындар тарихында Өфөлә үткән ярыштар ҡатнашыусылар һәм тамашасылар һаны буйынса иң күләмлеһе булды.

Рөстәм Хәмитов берлектә башҡа төрлө саралар үткәреп, хеҙмәттәшлекте дауам итергә тәҡдим итте.

Генераль секретарь Ричард Смит билдәләүенсә, Уйындар ярҙамында артабан хеҙмәттәшлек итеү өсөн ныҡлы нигеҙ һалынды.

— Артабан хеҙмәттәшле итеү өсөн ныҡлы нигеҙ һалынды, — тине Ричард Смит. – Хәҙер Өфө ҡалаһы беҙҙең федерацияның айырып алғыһыҙ өлөшө булып тора. Өфө вәкилен беҙҙең етәксе органдарға ла индереү мөмкинлеген ҡарарға әҙербеҙ. Башҡортостан баш ҡалаһының йыйылма командаларын Рәсәй кимәлендә үткәрелгән ярыштарҙа ҡабул итергә һәр саҡ әҙербеҙ. Йәйге Уйындарҙы үткәреүгә килгәндә иһә, бер үк ҡала йәйге һәм ҡышҡы уйындарҙы ла үткәргән осраҡтар бар. Шуға күрә киләсәктә Өфө йәйге Халыҡ-ара балалар уйындарын үткәреүгә дәғүә итә ала.

Республика Президенты хеҙмәттәшлек өсөн рәхмәт әйтте.

— Беҙҙең хеҙмәттәшлек ике яҡ өсөн дә файҙалы булғандыр, тип ышанам, — тине Рөстәм Хәмитов. – Беҙ һеҙҙән өйрәндек. Һеҙ беҙҙәге яҡшы өлгөләр менән таныштығыҙ. Дөйөм алғанда, был, әлбиттә, донъя кимәлендә балалар спортын үҫтереүгә булышлыҡ итәсәк.