4 декабрь, Йәкшәмбе

02 март 2013 йыл, 13:45

Белорет районында сәләмәт йәшәү рәүешен популярлаштырыу мәсьәләләре тикшерелде

автор: Әлим Фәйезов

Белорет районы хакимиәтендә Белорет районы муниципаль район биләмәһендә хеҙмәткә яраҡлы халыҡ араһында үлем осраҡтарын иҫкәртеү, халыҡ сәләмәтлеген һаҡлау һәм сәләмәт йәшәү рәүешен популярлаштырыу буйынса ведомство-ара комиссияның һәм Ғаиләне, әсәлекте, аталыҡты һәм балалыҡты һаҡлау буйынса ведомство-ара советтың берлектәге киңәйтелгән ултырышы үтте.

Ултырышҡа ҡала һәм район хакимиәттәре башлыҡтары, хакимиәттәрҙең эштәр идарасылары, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, мәҙәниәт, халыҡты социаль яҡлау учреждениелары хеҙмәткәрҙәре, хоҡуҡ һаҡлау органдары белгестәре, дин әһелдәре саҡырылды. Кәңәшмә эшендә Белорет районы хакимиәте башлығы Владислав Миронов ҡатнашты.

Сарала районда эшкә яраҡлы халыҡ араһында үлем осраҡтарының күп булыуы һәм уларҙы иҫкәртеү мәсьәләләренә айырыуса ҙур иғтибар бүленде, тип хәбәр иттеләр Белорет районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән. Шулай уҡ ултырышта районда һаулыҡ һаҡлау системаһын үҫтереү, наркотиктар ҡулланыуға ҡаршы көрәшеү, алкоголизм, суицид кеүек кире күренештәрҙе иҫкәртеү, ауыр тормош хәлендә ҡалған ғаиләләргә ярҙам итеү, юл-транспорт фажиғәләрен иҫкәртеү мәсьәләләре тикшерелде, демографик хәлгә йоғонто яһаған факторҙарға айырыуса иғтибар бүленде.

Ултырыш һуңында һаулыҡ һаҡлау учреждениелары, урындағы үҙидара органдары, район предприятиелары һәм ойошмалары тарафынан Белорет районында халыҡ араһында үлем осраҡтарын кәметеүгә йүнәлтелгән тәү сиратта күрелергә тейеш саралар комплексын әҙерләү тураһында ҡарар ҡабул ителде.