9 декабрь, Йома

02 март 2013 йыл, 13:05

Республикала йыл башынан 82 мең тоннанан ашыу һөт һатылған

автор: Галина Бахшиева

2013 йыл башынан алып Башҡортостанда 82 мең тоннанан ашыу һөт һатылған, шуларҙың 77 мең тоннанан ашыуы ауыл хужалығы предприятиеларына һәм фермер хужалыҡтарына тура килә.

БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, дөйөм алғанда республикала тулайым һауым был ваҡыт эсендә 191 мең тоннанан ашҡан.

Төбәктә етештерелгән һөттөң яҡынса 89,5 мең тоннаһы – ауыл хужалығы предприятиеларына һәм фермер хужалыҡтарына, ҡалғандары шәхси ярҙамсы хужалыҡтарға тура килә.

Тулайы һауым буйынса иң юғары күрһәткестәр Саҡмағош районында (йыл башынан бында 6658 тонна етештерелгән), Стәрлетамаҡ районында (6018 тонна), Дүртөйлөлә (5024 тонна) һәм Илеш районында (4047 тонна) билдәләнә.

Был райондар һөт һатыу буйынса ла лидерҙар булып тора. Шулай итеп, Саҡмағош районының ауыл хужалығы предприятиелары 2013 йыл башынан алып яҡынса 6400 тонна һөт һатҡан, Стәрлетамаҡ хужалыҡтары – 5000 тоннанан ашыу, Дүртөйлө эшсәндәре – 4700 тоннанан ашыу, Илеш хужалыҡтары 3600 тоннаға яҡын һөт һатҡан.