Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.83 ↓

EUR 69.29 ↑

13 декабрь, Шаршамбы

Уфа   °

Күмертауҙа иң яҡшы уҡытыусы һәм тәрбиәсе билдәләнде

Йәмғиәт

Күмертауҙа «Йыл уҡытыусыһы-2013», «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы-2013», «Йыл тәрбиәсеһе-2013» һөнәри оҫталыҡ конкурстары үтте, тип хәбәр иттеләр ҡала хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән.

Конкурс өс турҙа үткәрелде. Беренсе турҙа уҡытыусылар Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылына һәм Күмертау ҡалаһына 60 йыл тулыуға арналған класс сәғәттәре һәм асыҡ дәрестәр күрһәтте.

Икенсе этапта жюри ағзаларына оҫталыҡ дәрестәре тәҡдим ителде. Аҙаҡҡы һынауҙа уҡытыусылар «Минең ҡала, минең мәктәп, минең һөнәр» темаһына презентациялар һәм «Ижад ит! Уйлап сығар! Эшләп ҡара!» исемле күргәҙмәләр тәҡдим итте.

Шлай уҡ конкурс барышында смс-тауыш биреү ойошторолдо.

Һөҙөмтәлә түбәндәге ҡатнашыусылар еңеүсе тип табылды:

«Йыл уҡытыусыһы-2013» — 3-сө урта мәктәптең башланғыс кластар уҡытыусыһы Наталья Суслова;

«Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы-2013» — 9-сы мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Мөнәүәрә Мырҙағолова;

«Йыл тәрбиәсеһе-2013» — 30-сы балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Ольга Качанова.

Бәйгелә ҡатнашыусыларҙың барыһы ла дипломдар, ҡиммәтле бүләктәр һәм аҡсалата премиялар менән наградланды.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть