Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.54 ↑

EUR 67.68 ↓

29 июнь, Кесе йома

Уфа   °

Баш ҡалала Миңлеғәли Шайморатовтың хәтер кисәһе үтте

Йәмғиәт

Башҡорт дәүләт филармонияһында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры, генерал-майор Миңлеғәли Шайморатовтың батырҙарса һәләк булыуына 70 йыл тулыуға арналған хәтер кисәһе үтте. Сара БР «Хәрби хәрәкәттәр ветерандары союзы» төбәк йәмәғәт ойошмаһы һәм 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейы менән ойошторолдо. Генерал-майорҙың туғандары, дуҫтары, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм Өфө уҡыусылары алдында ветерандар хәрәкәттәре вәкилдәре, легендар генералдың яҡташтары сығыш яһаны. Сарала ҡатнашыусылар өсөн шулай уҡ концерт ойошторолдо.

Филармония фойеһында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейы командирға бағышланған фотокүргәҙмә тәҡдим итте.

БР «Хәрби хәрәкәттәр ветерандары союзы» төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Тимерйән Рәжәпов Башҡорт дәүләт филармонияһы директоры Рәсүл Ҡарабулатовты, РФ Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты музейы мөдире Дарис Әхвәҙиевты «Йәштәрҙе хәрби-патриотик рухта тәрбиәләгән өсөн» миҙалдары менән наградланы.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть