10 декабрь, Шәмбе

02 март 2013 йыл, 10:09

Рөстәм Хәмитов Көньяҡ Кореяның мәғариф буйынса дәүләт секретары менән осрашты

автор: Розалия Вәлиева | фото: Олег Яровиков

Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов Көньяҡ Кореяның мәғариф буйынса дәүләт секретары Хван Дэ-Джун менән электрон белем биреүҙе үҫтереү мәсьәләләрен тикшерҙе.

— Беҙҙә ҡайһы бер һөҙөмтәләр ҙә бар, әммә улар дөйөмләштерелмәгән. Шуға күрә әлеге этапта Башҡортостанда электрон белем биреүҙең маҡсаттарын һәм бурыстарын формалаштырыу һәм был өлкәне системалы үҫтереү талап ителә, — тине Рөстәм Хәмитов.

Көньяҡ Кореяның мәғариф буйынса дәүләт секретары ҡайһы бер күҙәтеүҙәре менән уртаҡлашты.

— Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әлеге ваҡытта Өфө уҡыусылары электрон уҡытыу мөмкинлектәрен тулы кимәлдә файҙаланмай, — тине Хван Дэ-Джун. – Ете кешегә – бер компьютер. Унан да бигерәк, ҡайһы бер уҡытыусыларҙың да компьютерҙары юҡ. Нигеҙҙә, мәктәп уҡыусылары компьютерҙарҙа информатика дәресе ваҡытында ғына шөғөлләнә, әммә унда ла традицион алымар буйынса белем бирелә. Уҡытыу программалары юҡ, булған хәлдә лә, улар тик шәхси инициатива буйынса ҡулланыла.

Хван Дэ-Джун фекеренсә, электрон белем биреү системаһын индереп, «аҡыллы» йәмғиәт төҙөгән ваҡытта мәктәптәр, юғары уҡыу йорттары һәм сәнәғәт предприятиелары араһында бәйләнеш булдырыу мөһим. Бынан тыш, электрон белем биреүҙе киң йәйелдергән хәлдә, йәшәгән урынға ҡарамай, бөтә категория граждандар өсөн белем алыуыҙа кәртәләр булмаясаҡ. Сифатлы белем алыу мөмкинлегенә ҡалала йәшәүселәр ҙә, ауыл халҡы ла эйә буласаҡ, тип иҫәпләй дәүләт секретары.

Электрон университет эшмәкәрлегенең бөтә механизмдарын көйләү өсөн Хван Дэ-Джун пилот проекты булдырып, һөҙөмтәләргә даими күҙәтеү ойошторорға тәҡдим итте. Шул уҡ ваҡытта экспериментта ҡатнашасаҡ мәктәптәрҙе һәм юғары уҡыу йорттарын енетекле һайлап алырға кәрәк, артабан уларҙың тәжрибәһен ҡулланыу мөһим, тип билдәләне Көньяҡ Кореяның мәғариф буйынса дәүләт секретары.