7 декабрь, Шаршамбы

01 март 2013 йыл, 17:55

Республикала сәнәғәт ҡалдыҡтары күләме йыл эсендә 12 процентҡа артҡан

автор: Галина Бахшиева

2011 йылда Рәсәй Федерацияһында тирә-яҡ мөхит торошо тураһындағы дәүләт доклады мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда сәнәғәт ҡалдыҡтары күләме, 2010 йыл менән сағыштырғанда, 12 процентҡа артҡан. Ил буйынса үҫеш, шулай уҡ 2010 йыл менән сағыштырмаса, 9 процент тәшкил иткән.

Коллегия ултырышында Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Илдар Һаҙыев хәбәр итеүенсә, Рәсәйҙә ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү иҫәбенә ҡалдыҡтар күләме кәмегән төбәктәр бар һәм «беҙгә уларҙан өйрәнергә тура киләсәк».

Башҡортостанда барлыҡҡа килгән ҡалдыҡтарҙың күпселек өлөшө йәғни 95 проценты файҙалы ҡаҙылмалар сығарыу предприятиеларына тура килә.

— Химия һәм нефть химияһы предприятиеларына 2,5 процент тура килә, әммә улар республикала ағыулай торған ҡалдыҡтар күләме буйынса лидер булып тора. Шуға күрә бындай ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү технологияларын әҙерләү һәм уларҙың өлөшөн арттырыу беҙҙең төп бурыс булып тора, — тине министр.

Башҡортостан Хөкүмәте 2012 йылда Сәнәғәт ҡалдыҡтары менән идара итеүҙе камиллаштырыу программаһын раҫлағандан һуң, БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы Башҡортостандың Сәнәғәт министрлығы, Ауыл хужалығы министрлығы һәм Һаулыҡ һаҡлау министрлығы менән берлектә уны тулы күләмдә үтәүгә тотондо.