9 декабрь, Йома

01 март 2013 йыл, 17:12

БР Иҡтисади үҫеш министрлығы ҡарамағында инвестицион мөхит буйынса эксперттар советы булдырылды

автор: Эльвира Латипова

БР Иҡтисади үҫеш министрлығы ҡарамағында Башҡортостанда уңайлы инвестицион мөхит булдырыу һәм үҫтереү буйынса эксперттар советы булдырылды, тип хәбәр иттеләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән.

Совет төбәкте социаль-иҡтисади йәһәттән үҫтереү аспекттары буйынса мәсьәләләрҙе хәл итеү проекттарын әҙерләйәсәк.

Яңы ойошманы республиканың иҡтисади үҫеш министры Александр Марьин етәкләне. Совет составына финанстар, иҡтисад өлкәһе белгестәре – БР Иҡтисади үҫеш министрлығы, Сколково фонды, «Эксперт РА» рейтинг агентлығы, РФ Президенты ҡарамағындағы Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһы, Рәсәй Сәнәғәтселәр һәм эшҡыуарҙар союзы, Мәскәү университеты вәкилдәре инде.

Эксперттар советының тәүге ултырышында Башҡортостан Республикаһын инвестицион йәһәттән үҫтереү стратегияһы проекты сараларын тикшереү планлаштырыла.