6 декабрь, Шишәмбе

01 март 2013 йыл, 16:17

Рөстәм Хәмитов етем балаларға яңы фатирҙарҙан асҡыстар тапшырҙы

автор: Эльмира Сабирова | фото: Олег Яровиков

Яҙҙың тәүге көнөндә, 1 мартта, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов 20 етем балаға фатирҙарҙан асҡыстар тапшырҙы.

Өй туйлаусыларҙы сәләмләп, республика башлығы республика властрының ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙың тормошон еңеләйтеү өсөн барыһын да эшләүен билдәләне.

— Ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға ярҙам итеү дәүләт бурысы булып тора. Һеҙҙең дә ауыр мәлдәрегеҙ булды, барыһы ла шыма ғына барманы. Был мәлдәрҙә дәүләт яуаплылыҡ тойорға, балалар ярҙамһыҙ ҡалырға тейеш түгеллеген аңларға тейеш, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Һәр кеше өсөн торлаҡ төп маҡсат булып тора. Республика һуңғы ике йылда интернат учреждениеларын, балалар йорттарын тамамлаусыларға ярҙам күрһәтеү йәһәтенән әүҙем эшмәкәрлек алып бара. Шулай итеп, үткән йылда республикала йәмғеһе 600-ҙән ашыу фатирҙан асҡыстар тапшырылды.

Осрашыу барышында шулай уҡ балалар Президент менән аралашып, үҙ һорауҙарын бирҙе. Өфөнөң 5-се балалар спорт мәктәбенең саңғы ярышы буйынса тренер-уҡытыусыһы Максим Йосопов М.Ғафури исемендәге паркта ҡасан саңғы үҙәге төҙөләсәге хаҡында ҡыҙыҡһынды.

— Беҙҙә саңғы спортының үҫешеүен бик теләйем. Шуға күрә ҡала башлыҡтарын саңғы стадиондары төҙөүгә йәлеп итәбеҙ, — тине Рөстәм Хәмитов. – 2013-2014 йылғы спорт миҙгеленә Өфө стадионында эштәр тамамланырға тейеш. Трасса әҙер, инфраструктура булдырырға кәрәк.

М.А.Шолохов исемендәге Мәскәү дәүләт гуманитар университеты студентҡаһы Юлиә Бирҙина балалар баҡсаһы мәсьәләһе хаҡында ҡыҙыҡынды. Юлиә бер ул тәрбиәләй.

Президент һүҙҙәренсә, һуңғы ике йыл эсендә мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында 10 меңдән ашыу урын булдырылған. Йыл һайын был маҡсаттарға ҙур аҡса йүнәлтелә. Былтыр 4,5 миллиард һумға яҡын сумма бүленгән.

— Беҙҙең маҡсат – 2016 йылға балалар баҡсаларына сиратты тулыһынса бөтөрөү, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.

Тантаналы сара күмәкләп фотоға төшөү менән тамамланды.