8 декабрь, Кесе йома

01 март 2013 йыл, 15:05

Башҡортостанда утыҙ район дауаханаһы яңы ашығыс ярҙам машиналары алды

автор: Ольга Мортазина | фото: Олег Яровиков

Утыҙ яңы машина бөгөн район дауаханаларына юл алды. Ашығыс медицина ярҙамы машинаһының берәүһе 2,8 миллион һум тора, уларҙың дөйөм хаҡы 84 миллион һум тәшкил итте, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министрлығынан. 27 февралдә Республика балалар клиник дауаханаһының яңы диагностика үҙәгендә үткән кәңәшмәлә Башҡортостан Президенты машиналарҙы район үҙәктәренә тиҙ арала еткереү кәрәклеге хаҡында әйткәйне.

«Һаулыҡ һаҡлау системаһын яңыртыу программаһын тормошҡа ашырыу барышында ҡайһы бер средстволар артып ҡалды. Шул иҫәпкә 30 ашығыс ярҙам машинаһы һатып алынды. Улар реанимацион ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Машиналар үҙәк район дауаханаларына тапшырыласаҡ. Тимәк, төпкөл ауылдарҙа ла реанимация автомобилдәре буласаҡ. Был машиналарҙы район үҙәктәренә тиҙерәк бирергә кәрәк», — тигәйне Рөстәм Хәмитов.

Шул уҡ кәңәшмәлә республика башлығы хәбәр итеүенсә, Башҡортостан өсөн «Сәләмәтлек үҙәге», «Ҡатын-ҡыҙҙар сәләмәтлеге» күсмә медицина модулдәре һәм балалар өсөн диагностика комплестары һатып алына. «Һәр машина 16 миллион һум тора. Улар ҙа заманса аппаратура менән йыһазландырылған», — тип аңлатты Президент.

БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, йәмғеһе 18 күсмә модуль һәм 53 ашығыс медицина ярҙамы машинаһы һатып алыу планлаштырыла. 2011 йылдан алып Башҡортостан дауаханаларына 143 берәмек махсус техника йүнәлтелгән.

темалар: һаулыҡ һаҡлау