6 декабрь, Шишәмбе

01 март 2013 йыл, 14:29

Өфөнөң Дим районында 14 етем балаға фатирҙарҙан асҡыстар тапшырылды

автор: Людмила Терновая

Өфөнөң Дим районында етем балаларға фатирҙарҙан асҡыстар тапшырыу тантанаһы үтте. Сарала ҡала Советы рәйесе Евгений Семивеличенко ҡатнашты.

14 етем балаға Дим районында индивидуаль йылытыу системалары менән йыһазландырылған бер һәм ике бүлмәле фатирҙар бирелде. Бүлмәләр дәүләт заказы буйынса йыл дауамында төҙөлгән өс ҡатлы йорттарҙа урынлашҡан.

— Яңы фатирҙарҙа һеҙгә тәүге көндәрҙән үк йәшәүе уңайлы булһын тип тырыштыҡ, — тине Евгений Семивеличенко. – Фатирҙы мебель менән йыһазлау уны һатып алыуға бәрәбәр. Шуға күрә Өфө депутаттары һеҙҙҙең өсөн иң кәрәкле нәмәләр — мебель һәм техника һатып алды.

Етем балаларға ярҙам итеү йолаһы ҡала Советында бер нисә йыл элек барлыҡҡа килгән. 2007 йылда депутаттар ете фатирҙы мебель менән йыһазлаған, 2008 йылда – ун, 2009 йылда – 58, былтыр 14 фатир өсөн мебель һатып алынған.

Дим районы хакимиәтенән өй туйлаусыларға аҙыҡ-түлек продукттары йыйылмаһы, шулай уҡ баҫма продукция тапшырылды.