Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.98 ↑

EUR 62.04 ↑

29 апрель, Шәмбе

Уфа   °

Баш ҡалала уллыҡҡа алыусыларҙы уҡытыу буйынса әүҙем эшмәкәрлек алып барыла

Йәмғиәт

Өфөлә уллыҡҡа алыусыларҙы уҡытыу буйынса әүҙем эшмәкәрлек алып барыла. Махсус курс программаһы төҙөлөшө буйынса ла, эстәлеге йәһәтенән дә уникаль булып тора. Унда семинарҙар, лекциялар, тренингтар үткәреү ҡаралған. Уллыҡҡа алыусылар менән педагог-психологтар, социаль педагогтар, юристар эшләй. Һәр кандидат өсөн психологик диагностика үткәрелә, уның һөҙөмтәләре буйынса граждандың үҙ ғаиләһенә бала алыуға әҙерлек кимәле билдәләнә. Программаны үҙләштергәндән һуң, уллыҡҡа алыусыларға әҙерлек курсы үтеү тураһында танытмалар тапшырыла.

Өфөнөң Опека һәм попечителлек буйынса идаралығында билдәләүҙәренсә, уҡытыу курстары ғаиләләргә үҙҙәренең көслө яҡтарын, тәрбиәгә алынған баланы бағыу буйынса мөмкинлектәрен асыҡларға ярҙам итә.

Уллыҡҡа бала алыуға кандидаттар өсөн сираттағы уҡытыу курсы 4-15 мартта «Ғаилә» психологик-медик-социаль оҙатыу үҙәгендә үткәрелә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть