5 декабрь, Дүшәмбе

01 март 2013 йыл, 12:26

Өфөлә БР Дәүләт Йыйылышының беренсе спикеры Михаил Зайцев иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ асылды

автор: Арина Рәхимҡолова | фото: Андрей Старостин

Өфөлә БР Дәүләт Йыйылышының тәүге рәйесе, Өфөнөң беренсе мэры Михаил Зайцев һуңғы йылдарында йәшәгән йортта мемориаль таҡтаташ асыу тантанаһы үтте. Ошонда уҡ уның иҫтәлегенә арналған митинг ойошторолдо.

БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев ҡала власына һәм мемориаль таҡтаташ асыуға булышылыҡ иткән һәр кемгә рәхмәтен белдерҙе. Михаил Зайцев ғүмеренең аҙағынаса республика һәм ил мәнфәғәттәрен ҡайғыртҡан тоғро дуҫ һәм хеҙмәттәш булып хәтерҙә ҡаласаҡ, тип билдәләне республика парламенты спикеры.

Митингта шулай уҡ ҡала етәкселеге вәкилдәре, беренсе спикерҙың ғаилә ағзалары һәм элекке хеҙмәттәштәре ҡатнашты.

Билдәле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәренең эшенә тоғролоғо хаҡында Өфө ҡала Советы рәйесе урынбаҫары Ирек Ниғмәтуллин һөйләне.

– Михаил Зайцев исеме Өфө тарихында мәңге һаҡланасаҡ. Уның бөтә тормошо тиерлек республиканың баш ҡалаһына бәйле. «Өфө ҡалаһының почетлы гражданы» исеменә юҡҡа ғына лайыҡ булманы. Өфөлөләр уны яратты, сөнки ул һәр ваҡыт халыҡ араһында, ваҡиғалар солғанышында булды. Михаил Зайцев ҡаланы, уның проблемаларын яҡшы белде һәм халыҡ тормошон яҡшыртыу маҡсатында бөтә көсөн һалып, тырышып эшләне, — тине Ирек Ниғмәтуллин.

Бөгөн Михаил Зайцевҡа 75 йәш тулыр ине. Сарала ҡатнашыусылар мемориаль таҡтаташ эргәһенә таш шул сама ҡәнәфер сәскәһе һалды.