Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.93 ↓

EUR 61.81 ↑

29 март, Шаршамбы

Уфа   °

Дмитрий Маликов Өфөлә «Музыка дәресе» үткәрҙе

Йәмғиәт

Рәсәйҙең халыҡ артисы Дмитрий Маликов кисә, 28 февралдә, Өфөнөң музыка мәктәптәрендә белем алған балалар өсөн «Музыка дәресе» үткәрҙе. Сарала 700-гә яҡын уҡыусы ҡатнашты.

Идажи кисәне асып, Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова билдәле йырсы, композитор һәм актерға һәләтле йәштәргә ярҙам иткәне, йәш музыканттар тәрбиәләүгә өлөш индергәне өсөн рәхмәт әйтте.

Дмитрий Маликов, үҙ сиратында, республика етәкселегенә йылы ҡаршы алғаны өсөн рәхмәт белдерҙе. Тантаналы рәүештә ул Өфө ҡалаһының махсус музыка колледжына бағыусыларҙан 320 мең һумлыҡ сертификат тапшырҙы. Был средстволарға музыка ҡоралдары һатып алынасаҡ, музыкаль студия йыһазландырыласаҡ.

Бындай музыка дәрестәрен йырсы Рәсәйҙең 50 ҡалаһында үткәрергә планлаштыра. Волга буйы федераль округы төбәктәре буйлап дәрестәр үткәрелгән дә инде – алда 35 ҡала.

Өфө уҡыусыларына Дмитрий Маликов үҙенең мәктәп йылдары, бала саҡ хәтирәләре тураһында һөйләне, классик әҫәрҙәр башҡарҙы. Балалар үҙҙәре лә сығыш яһаны.

Осрашыу тураһында тулыраҡ мәғлүмәт «Ижтимағи электрон гәзит» сайтында урынлаштырыласаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть