10 декабрь, Шәмбе

01 март 2013 йыл, 10:56

Башҡортостандың һәләтле йәштәренә премиялар тапшырылды

автор: Эльмира Сабирова

Республикала 138 йәш кешегә дәүләт ярҙамы буйынса премиялар тапшырылды. 60 мең һум күләмендәге премияға – 29 кеше, 30 мең һум күләмендәге премияға 109 кеше эйә булды. Бындай наградаларға балаларға өҫтәмә белем биреү учреждениеларында тәрбиәләнеүселәр, училище, лицей, колледж, мәктәп уҡыусылары, юғары уҡыу йорттары студенттары лайыҡ булды. Уларҙың барыһы ла халыҡ-ара, Рәсәй һәм төбәк олимпиадаларында, төрлө конкурстарҙа, ярыштарҙа еңеүсе һәм призер булған.

«Мәғариф» өҫтөнлөклө милли проекты сиктәрендә премиялар йыл һайын 14-25 йәштәрҙәге һәләтле ҡыҙ һәм егеттәргә тапшырыла. Иң яҡшылары биш номинация буйынса билдәләнә. Улар — «Социаль әһәмиәтле һәм йәмәғәт эшмәкәрлеге», «Ғилми-техник ижад һәм уҡытыу-тикшеренеү эшмәкәрлеге», «Художестволы ижад», «Һәүәҫкәрҙәр спорты» һәм «Профессиональ оҫталыҡ».

«Мәғариф» өҫтөнлөклө милли проекты сиктәрендә һәләтле йәштәргә ярҙам итеү өсөн премиялар РФ Президенты Указына ярашлы Рәсәйҙә һигеҙенсе тапҡыр тапшырыла. БР Мәғариф министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 2006 йылдан алып Башҡортостанда йәшәүсе 889 кеше премия лауреаты булған.