9 декабрь, Йома

28 февраль 2013 йыл, 16:42

Өфөгә Армен Джигарханян театры киләсәк

автор: Ольга Мортазина

Өфөлә Армен Джигарханян етәкселегендә Мәскәү драма театры гастролдәре үтәсәк. Турҙы ойоштороусы Инсаф Хәмитов хәбәр итеүенсә, коллектив Башҡортостан баш ҡалаһына өс спектакль тәҡдим итәсәк.

20 апрелдә Өфө тамашасыһы румын драматургы Михай Себастиандың «Исемһеҙ йондоҙ» пьесаһы буйынса ҡуйылған «Мона» спектаклен ҡараясаҡ. 21 һәм 22 апрелдә театр Эдвард Радзинский буйынса «Нерон һәм Сенека осоро театры»н тәҡдим итәсәк. Сенека ролен спектаклдә театрҙың художество етәксеһе һәм данлыҡлы актер Армен Джигарханян үҙе уйнаясаҡ. 23 апрелдә театр Бернард Шоуҙың «Пигмалион»ын күрһәтергә планлаштыра. Гастролдәр «Нефтсе» мәҙәниәт һарайында үтәсәк.

темалар: гастролдәр