3 декабрь, Шәмбе

28 февраль 2013 йыл, 16:25

Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙең Дәүләт Думаһы депутаттары менән осрашты

автор: Сергей Захаров | фото: Андрей Старостин

28 февралдә Республика йортонда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Рәсәй Дәүләт Думаһының Физик культура, спорт һәм йәштәр эштәре буйынса комитеты рәйесе Игорь Ананских, Дәүләт Думаһы депутаттары Николай Валуев һәм Рима Баталова менән эш осрашыуы үткәрҙе. Осрашыуҙа балалар-үҫмерҙәр һәм профессиональ спортты, олимпия һәм паралимпия хәрәкәтен үҫтереү мәсьәләләре тикшерелде, тип хәбәр иттеләр республика башлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Башҡортостан Президенты балалар спортын үҫтереүгә күберәк ресурстар бүлеү кәрәклеге хаҡында әйтте. Уның фекеренсә, профессиональ клубтарға бүленгән аҡса күләме балалар спортына йүнәлтелгән средстволарҙан бер нисә тапҡырға күберәк.

Башҡортостанда спортсыларға һәр ваҡыт ярҙам күрһәтелде һәм бындай позиция киләсәктә лә һаҡланып ҡаласаҡ, тип билдәләне Президент.

— Беҙ шундай ҡарарға килдек: үҙебеҙ өсөн ҡайһы бер төп спорт төрҙәрен һайлап алып, барлыҡ көстө шунда йүнәлтәсәкбеҙ. Бындай спорт төрҙәре тәү сиратта финансланасаҡ. Һөҙөмтәләр ҙә юҡ түгел. Әлеге ваҡытта 2014 йылда үтәсәк Ҡышҡы уйындарға әҙерлек бара. Беҙҙә спортсылар күп түгел, әммә «йондоҙҙар» бар. Хоккей, шорт-трек, сноуборд кеүек спорт төрҙәренә ярҙам итәсәкбеҙ. Спортсыларыбыҙ бар, тимәк, һөҙөмтәләр ҙә булыр, тип ышанам, — тине Рөстәм Хәмитов.

Рәсәй Дәүләт Думаһының Физик культура, спорт һәм йәштәр эштәре буйынса комитеты рәйесе Игорь Ананских журналистарға хәбәр итеүенсә, Рөстәм Хәмитов менән осрашыу барышында балалар-үҫмерҙәр спортын һәм, ғөмүмән, спортты үҫтереү мәсьәләләре тикшерелде.

— Был йәһәттән позицияларыбыҙ уртаҡ. Һөҙөмтәләргә тиҙерәк өлгәшеү өсөн бергәләп эшләү мөһим. Бөгөнгө көндә балалар спортына дәүләт тарафынан айырыуса иғтибар бүленә, сөнки балалар спорты – ул сәләмәт йәшәү рәүешен, спортты популярлаштырыу һәм, һөҙөмтә булараҡ, Олимпия миҙалдарына өлгәшеү. Шуға күрә был йүнәлештә беҙҙең ҡараштар тап килә, — тип белдерҙе депутат.

Осрашыу тураһында тулыраҡ мәғлүмәт Башҡортостан Президентының рәсми сайтында урынлаштырылған.