8 декабрь, Кесе йома

28 февраль 2013 йыл, 15:19

Республика Президенты Рөстәм Хәмитов Бөтә донъя шашка федерацияһы башлығы Гарри Оттен менән осрашты

автор: Дмитрий Слезин

Кесе йома, 28 февралдә, Башҡортостан Президены Рөстәм Хәмитов Бөтә донъя шашка федерацияһы президенты Гарри Оттен менән осрашты.

2012 йылдың декабрендә Пекинда үткән Бөтә донъя интеллектуаль уйындарында (Интеллиадала), БР Президенты Рөстәм Хәмитов ҡушыуы буйынса, БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Марат Мәһәҙиевтың Халыҡ-ара интеллектуаль спорт ассоциацияһы етәкселеге менән осрашыуы ойошторолдо. Унда Интеллиаданы 2014 йылда Өфөлә үткәреү тураһында ҡарар ҡабул ителде.

— 2014 йылдың июнендә Өфөлә дүрт спорт төрө – шашка, шахмат, бридж һәм го буйынса Бөтә донъя интеллектуаль уйындары үткәреләсәге хаҡында әле ышаныслы әйтә алабыҙ, — тип һөйләне журналистарға Оттен әфәнде. – Ағымдағы йылдың июнендә бында ойоштороласаҡ шашка буйынса донъя чемпионаты сиктәрендә тейшле килешеүгә ҡул ҡуйылыр, тип ышанабыҙ. Өфөлә интеллектуаль спорт төрҙәренә ҙур иғтибар бүленә. Башҡортостан баш ҡалаһы -  шашка буйынса бер нисә донъя чемпионын тәрбиәләгән ер. Һеҙҙең ҡаланың интеллектуаль сараларға ҡарашы, ойоштороу мөмкинлектәре бындай ҡарар ҡабул итеүгә сәбәп булды ла инде.

Гарри Оттен хәбәр итеүенсә, 2014 йылда Өфөлә үткәреләсәк Интеллиадала бер нисә тиҫтә илдән 300-гә яҡын шашкасы ҡатнашасаҡ.