Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66

EUR 63.72

23 ғинуар, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостан парламентарийҙары йәштәр сәйәсәте тураһындағы федераль закон әҙерләүҙә ҡатнашасаҡ

Сәйәсәт

Дәүләт Думаһының Физик культура, спорт һәм йәштәр эштәре буйынса комитеты рәйесе Игорь Ананских БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарына Дәүләт Думаһы ҡарамағындағы Йәштәр сәйәсәте тураһындағы федераль закон әҙерләү буйынса эш төркөмө составына инергә тәҡдим итте. Бындай тәҡдим БР Дәүләт Йыйылышы депутаттарының Дәүләт Думаһының Физик культура, спорт һәм йәштәр эштәре буйынса комитеты ағзалары менән осрашыуы барышында әйтеп ишеттерелде.

Игорь Ананских хәбәр итеүенсә, яңы документ әҙерләү идеяһын Рәсәй субъекттары тәҡдим иткән.

— Бындай закон Рәсәй субъекттарының яртыһында, шул иҫәптән Башҡортостанда ҡабул ителгән, — тип хәбәр итте Комитет рәйесе. – Шул уҡ ваҡытта федераль кимәлдә бындай закон юҡ. Һеҙҙең законда төплө фекерҙәр күп, шуға күрә һеҙҙе тығыҙ хеҙмәттәшлек итергә саҡырабыҙ. Эш төркөмө составына бер нисә министрлыҡ һәм ведомство вәкилдәре индерелде.

Константин Толкачев был тәҡдимде хупланы.

— Хеҙмәттәшлек итергә әҙербеҙ, беҙҙә был өлкәлә эшләнмәләр етерлек. Республика исеменән лайыҡлы сығыш яһап, беҙҙә булдырылған идеологияны лайыҡлы тәҡдим итергә тырышасаҡбыҙ, — тине республика парламенты спикеры.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть