3 декабрь, Шәмбе

28 февраль 2013 йыл, 14:01

8 Март алдынан Өфөлә Йәштәр симфоник оркестрының тәүге концерты үтәсәк

автор: Эльмира Сабирова

Йәштәр симфоник оркестры баш ҡала халҡын һәм ҡунаҡтарын 7 мартта Өфө сәнғәт училищеһында үтәсәк үҙенең тәүге концертына саҡыра.

Өфө дәүләт сәнғәт академияһы нигеҙендә яңы коллектив булдырыу идеяһы менән Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова сығыш яһаны.

Оркестр составына академия һәм сәнғәт училищеһы музыканттары, шулай уҡ Урта махсус музыка колледжы студенттары инде. Коллектив етәксеһе итеп халыҡ-ара конкурстар лауреаты, БР Милли симфоник оркестрының художество етәксеһе һәм баш дирижеры Рөстәм Сөләймәнов тәғәйенләнде.

Ведомствоның матбуғат секретары Ләйлә Ишморатова аңлатыуынса, йәш музыканттарҙан торған бындай симфоник коллективтар булдырыу – бөтә донъя кимәлендә ҡулланылған практика. Бындай оркестрҙар Рәсәйҙең һәм сит илдәрҙең байтаҡ ҡалаларында бар.