Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.71 ↓

EUR 63.36 ↑

30 май, Шишәмбе

Уфа   °

Константин Толкачев Дәүләт Думаһы депутаттары менән осрашты

Сәйәсәт

БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев һәм Башҡортостан парламентарийҙары Өфөгә VI Ҡышҡы халыҡ-ара балалар уйындарына арналған тантаналы сараларҙа ҡатнашыу маҡсатында килгән Дәүләт Думаһы депутаттары менән осрашты.

Осрашыуҙа Дәүләт Думаһының Физик культура, спорт һәм йәштәр эштәре буйынса комитеты ағзалары Игорь Ананских, Николай Валуев, Иван Сухарев, Рима Баталова һәм Дәүләт Думаһының Мәғариф буйынса комитеты ағзаһы Илдар Ғилметдинов ҡатнашты.

Башҡортостан парламенты спикеры ҡунаҡтарҙы республика парламентаризмының барлыҡҡа килеү тарихы, уның ҡаҙаныштары менән таныштырҙы. Уның һүҙәренсә, БР Дәүләт Йыйылышының ҡайһы бер закон сығарыу инициативалары артабан федераль кимәлдә файҙаланыла һәм закон статусына эйә була.

Дәүләт Думаһының Физик культура, спорт һәм йәштәр эштәре буйынса комитеты рәйесе Игорь Ананских республика парламенты депутаттарына аралашыу мөмкинлеге өсөн рәхмәт белдерҙе һәм БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға депутаттар һайлау алдынан уңыштар теләне.

Рәсәй парламентарийҙары билдәләүенсә, Башҡортостан Президенты менән осрашыу барышында балалар спорты өлкәһендә эшмәкәрлекте әүҙемләштереү мәсьәләләре тикшерелгән. Игорь Ананских Башҡортостандан коллегаларын был эшмәкәрлеккә әүҙем ҡушылырға саҡырҙы.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть