4 декабрь, Йәкшәмбе

28 февраль 2013 йыл, 12:27

Өфөлә етем балалар өсөн мини-футбол буйынса турнир үтәсәк

автор: Арина Рәхимҡолова

1 мартта Өфөнөң «Динамо» стадионында Башҡортостан Республикаһының социаль учреждениеларында һәм балалар йорттарында тәрбиәләнеүселәр араһында мини-футбол буйынса «Алтын бутсы» хәйриә турниры үтә.

Сараны ойоштороусылар булып БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, БР Мәғариф министрлығы, Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратының Рәсәй ислам университеты ярҙамында, Башҡортостандың Футбол һәм мини-футбол федерацияһы менән берлектә «Байтул Мал» фонды сығыш яһай.

Турнирҙа Өфөнөң 1-се һәм 9-сы балалар йорттарында, Чесноковка ауылының балалар йортонда, Благовещен балалар йортонда, Охлебинино ауылының социаль приютында, Өфөнөң 30-сы коррецион мәктәбендә тәрбиәләнеүселәр – йәмғеһе алты команда көс һынашасаҡ.

Ярыштар 10.00 сәғәттә башлана. Инеү бушлай.