5 декабрь, Дүшәмбе

28 февраль 2013 йыл, 12:05

Баш ҡалала «Смарт-төбәк: электрон уҡытыу мөмкинлектәре» халыҡ-ара конференцияһы асылды

автор: Розалия Вәлиева

Өфөнөң Конгресс-холында «Смарт-төбәк: электрон уҡытыу мөмкинлектәре» халыҡ-ара конференцияһы асылды. Форумды асыу тантанаһында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов та ҡатнашты.

— «Аҡыллы йәмғиәт», «аҡыллы төбәк» — халыҡ араһында әле киң таралмаған аңлатмалар һәм бөгөн улар хаҡында фекер алышыу мөмкинлеге бар, — тине төбәк башлығы. – Бөгөнгө көндә цивилизация белем кимәле йәһәтенән ныҡ үҫешә. Ҡайһы бер категорияларҙа белем кимәле йылына хатта ун тапҡырға арта. Былтыр беҙ Кореяла булдыҡ. Был ил тәбиғәт ресурстарына ул тиклем бай түгел, әммә фән, мәғариф, йәмғиәтте үҫтереү өлкәләрендә ул юғары һөҙөмтәләргә өлгәшә алған.

 — Электрон уҡытыу темаһы беҙҙең өсөн үтә мөһим, — тип дауам итте Президент. – Был уҡыу йорттарын уңышлы тамамлаған йәш белгестәрҙе үҙебеҙҙең республикала ҡалдырыу мөмкинлеген бирә. Кешеләр өсөн көрәшеү төп бурыстарҙың береһе булып тора.

Республика башлығы хәбәр итеүенсә, яңы технологияларға мәктәп уҡыусылары һәм студенттар ғына түгел, ололар ҙә йәлеп ителәсәк. Электрон уҡытыу системаһы ярҙамында халыҡ үҙ белемен йыл һайын яңыртып тороу мөмкинлегенә эйә буласаҡ. 10 йыл элек алынған белем менән файҙаланыу төптө дөрөҫ түгел, тип иҫәпләй Рөстәм Хәмитов.

Әлеге ваҡытта Рәсәйҙең бер нисә төбәге бындай программаны тормошҡа ашыра башлаған да инде.

Конференцияла мәғариф идаралығы органдары, юғары уҡыу йорттары, башланғыс һәм урта һөнәри белем биреү учреждениелары вәкилдәре, шулай уҡ электрон уҡытыу өсөн программалар әҙерләүсе белгестәр ҡатнаша. Махсус ҡунаҡ – Корея Республикаһының Университет белеме биреү буйынса советының генераль секретары, профессор Хван Дэ-Джун.

Форум программаһында 28 февралдә Башҡортостандың уҡыу йорттарында электрон белем биреү системаһын тормошҡа ашырыу мәсьәләләре буйынса түңәрәк өҫтәлдәр һәм пленар ултырыш үткәреү ҡаралған.