2 декабрь, Йома

28 февраль 2013 йыл, 11:20

Рөстәм Хәмитов Республика балалар клиник дауаханаһының яңы диагностика үҙәгендә булды

автор: Эльмира Сабирова | фото: Андрей Старостин

Өфөлә Республика балалар клиник дауаханаһында урынлашҡан заманса диагностика үҙәге файҙаланыуға тапшырылды. Яңы бина рекордлы ваҡыт эсендә төҙөлгән. Үҙәк 2011 йылдың октябрендә төҙөлә башлаған һәм бөгөн бәләкәй пациенттар бында тикшереү үтә.

Төбәктең Һаулыҡ һаҡлау системаһын яңыртыу программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә төҙөлгән медицина үҙәген Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ҡараны. Учреждение заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған, улар төрлө тикшереүҙәр үткәрергә мөмкинлек бирә. Бындай медицина ҡорамалдарын төҙөүгә һәм һатып алыуға 1,2 миллиард һум аҡса бүленгән.

Республика балалар клиник дауаханаһының баш табибы Рөстәм Әхмәтшин һүҙҙәренсә, әлеге үҙәктең өҫтөнлөгө шунда: барлыҡ хеҙмәттәр бер урында күрһәтеләсәк. Бығаса диагностика үҙәктәре төрлө урындарҙа урынлашҡан булған һәм был, әлбиттә, табиптар һәм пациенттар өсөн ҡыйынлыҡтар тыуҙырған.

Рөстәм Әхмәтшин республика Президентына хәбәр итеүенсә, дауаханала йыл һайын Башҡортостандың төрлө ҡала һәм райондарынан 20 меңгә яҡын бала дауалана, алты меңдән ашыу операция үткәрелә. Юғары технологиялы медицина ярҙамы – 1500-ҙән ашыу балаға, консультатив ярҙам 25 меңгә яҡын сабыйға күрһәтелә.

Бынан тыш, ағымдағы йылдың июнь-июль айҙарында Ғ.Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында бала табыу йорто сафҡа индерелергә тейеш, ә сентябрь-октябрь айҙарында онкология диспансерында «Кибернож» системаһын һәм Эмиссион томография үҙәген асыу планлаштырыла, тип хәбәр итте Рөстәм Хәмитов. Бынан тыш, һаулыҡ һаҡлау объекттары бөтә республика буйлап төҙөлсәк, тип билдәләне Президент.

Республика балалар клиник дауаханаһына визит барышында Рөстәм Хәмитов эш хаҡы һәм торлаҡ мәсьәләләренә лә туҡталды.

— Табиптарҙың уртаса эш хаҡы 50 процентҡа артып, 32 мең һумға етте. Рәсәй Президенты беҙҙең алға ҡуйған бурыстарға ярашлы, 2018 йылға ул төбәк буйынса уртаса эш хаҡы кимәленән ике тапҡырға юғарыраҡ булырға тейеш, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.