Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.14 ↓

EUR 69.43 ↑

22 август, Шишәмбе

Уфа   °

Баш ҡалала шиғыр һәм йыр байрамы үтәсәк

Йәмғиәт

5 мартта «Нефтсе» мәҙәниәт һарайында «Наҙлы йөрәк серен асҡанда» тип аталған шиғыр һәм йыр байрамы үтә. Сараны ойоштороусылар булып Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты, БР Яҙыусылар союзы, төбәктең Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте сығыш яһай. Был хаҡта «Йәшлек» гәзитендә хәбәр ителә.

Байрам кисәһендә Ш.Бабич исемендәге йәштәр премияһына лайыҡ булыусы танылған шағирәләр – Тамара Искәндәриә (Юлдашева), Тәнзилә Дәүләтбирҙина, Зөлфиә Ханнанова, Гөлназ Ҡотоева, Лариса Абдуллина ҡатнаша. Башҡорт еренең, һүҙ сәнғәте оҫталары төбәге, тигән даны ла бар. Балалар тәрбиәләүсе күркәм ханымдарҙың бөгөн уҡыусыларына, замандаштарына әйтер һүҙҙәре бар.

Кисәнең сценарийы авторы – Зөһрә Бураҡаева, режиссеры – Сулпан Асҡарова. Улар шулай уҡ Ш.Бабич исемендәге йәштәр премияһы лауреаттары. Сарала шағирәләрҙең әҫәрҙәренә яҙылған йырҙар ҙа яңғыраясаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть