Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.65

EUR 69.07

25 сентябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Торстен Раш: «Өфө VI Ҡышҡы халыҡ-ара балалар уйындарында ҡатнашыусыларҙы йылы ҡабул итте»

Йәмғиәт

VI Ҡышҡы халыҡ-ара балалар уйындарын асыу тантанаһы алдынан спорт форумы етәкселәре менән матбуғат конференцияһы ойошторолдо. Унда Халыҡ-ара балалар уйындары комитеты президенты Торстен Раш, Көньяҡ Кореяла урынлашҡан Дэгу ҡалаһының белем биреү учреждениеһы попечителдәре советы рәйесе Шин Чоль Вон һәм Халыҡ-ара балалар уйындарының Өфөләге дирекцияһы етәксеһе Александр Степанов ҡатнашты.

— Халыҡ-ара балалар уйындарына әҙерлек кимәле, ойоштороу комитеты эшмәкәрлеге менән ҡәнәғәтмен. Ярыштарҙа ҡатнашыусыларҙы йылы ҡабул иткәнегеҙ өсөн рәхмәт, — тине Торстен Раш. – Сит ил ҡунаҡтарының күпселеге Өфөнө тәүгә күрә.

Торстен Раш киләһе матбуғат конференцияларының береһен уйындарҙа ҡатнашыусыларҙың үҙҙәре менән үткәрергә тәҡдим итте.

Сарала ҡатнашыусылар билдәләүенсә, спорт форумы көс һынашыу өсөн генә түгел, ә йәштәр араһында дуҫтарса мөнәсәбәттәрҙе нығытыу, бәйләнештәр булдырыу маҡсатында ла ойошторола.

Бынан алда үткәрелгән Ҡышҡы уйындар менән сағыштырмаса, быйыл ярыштарҙа ҡатнашыусылар һаны ике тапҡырға күберәк. Башҡортостан баш ҡалаһында 20 илдең 60 ҡалаһынан спортсылар йыйылды.

Спорт форумын үткәреүҙә бағыусылар ярҙамы баһалап бөткөһөҙ. Мәҫәлән, «Газпром — балаларға!» программаһы буйынса Уйындар ойоштороуға һәм үткәреүгә генераль бағыусы — «Газпром» компанияһы 200 миллион һум аҡса бүлгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть