Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.63

EUR 61.44

20 февраль, Дүшәмбе

Уфа   °

Йәрмәкәй районында Йылан ырыуы башлығы һайланды

Йәмғиәт

Йәрмәкәй ауылында Йылан ырыуы башҡорттары съезы үтте, унда ырыу советы һәм башлығы һайланды. Сарала ҡатнашыусылар ырыу башлығы итеп район хакимиәтенең мәғариф бүлеге начальнигы, район башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Әбүзәр Мөхәмәтйәновты һайланы.

Съезда ауыл биләмәләре башлыҡтары, дөйөм белем биреү учреждениелары хеҙмәткәрҙәре, милли үҙәктәр етәкселәре һәм район активы – йәмғеһе 200-гә яҡын делегат ҡатнашты. Шулай уҡ сарала Борай, Бишбүләк, Туймазы райондары вәкилдәре булды. Башҡортостан баш ҡалаһынан Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Румил Аҙнабаев, БР Фәндәр академияһы Гуманитар тикшеренеүҙәр институтының этнология бүлеге мөдире Юлдаш Йосопов, Республика халыҡ ижады үҙәгенең фольклор буйынса баш белгесе Фәнисә Аҡсурина килде. Үҙҙәренең сығыштарында улар Йылан ырыуының тарихы тураһында һөйләне, һәр ырыу өсөн шәжәрә төҙөү кәрәклеген билдәләне, киләсәктә «Ырыузар ташы» тарихи комплексын төҙөү тураһында пландары менән бүлеште.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть