11 декабрь, Йәкшәмбе

27 февраль 2013 йыл, 12:51

Башҡортостанда «500 ферма» программаһы буйынса зона кәңәшмәләре башлана

автор: Галина Бахшиева

Башҡортостанда «Һөтсөлөк малсылығын үҫтереү һәм һөт етештереүҙе арттырыу. 2012-2016 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһында 500 һөтсөлөк-тауар фермаһын комплекслы яңыртыу» республика маҡсатлы программаһын 2013 йылда тормошҡа ашырыуға арналған зона кәңәшмәләре башлана.

БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, тәүге кәңәшмә 27 февралдә Баҡалы районында үтә.

Республика маҡсатлы программаһын тормошҡа ашырыу буйынса кәңәшмәлә ҡатнашыусылар араһында БР Ауыл хужалығы министрлығы етәкселеге һәм белгестәре, райондарҙың ауыл хужалығы идаралығы (бүлеге) начальниктары, 2012 йылда «500 ферма» программаһында ҡатнашҡан һәм 2013 йылда ҡатнашыуға дәғүә иткән предприятиелар етәкселәре, шулай уҡ төҙөлөш ойошмалары, техника һәм ҡорамалдар поставкалаған компаниялар вәкилдәре бар.

Киләһе бындай ултырыш 1 мартта республиканың Ҡыйғы районында үтә.