6 декабрь, Шишәмбе

27 февраль 2013 йыл, 10:36

Лилиә Ғүмәрова: «Мәҙәниәт өлкәһенең һөҙөмтәле эшләүе – заман талабы»

автор: Розалия Вәлиева | фото: Андрей Старостин

 — Үткән йыл мәҙәниәт өлкәһе өсөн айырыуса әһәмиәтле булды, — тип билдәләне Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова 26 февралдә Өфөнөң Конгресс-холында үткән Мәҙәниәт министрлығы коллегияһының киңәйтелгән ултырышында. – Республика Президенты Рөстәм Хәмитов БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға үҙенең йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһендә мәҙәниәт мәсьәләләренә айырыуса иғтибар бүлде. Һуңғы йылдар эсендә тәүгә тармаҡтың проблемалары һәм уны артабан үҫтереү мөмкинлектәре билдәләнде. Ижади проекттар булдырыуға 100 миллион һум күләменә гранттар бүлеү ҡаралған. Бындай ярҙам башҡорт мәҙәниәтенә оҙаҡ йылдар күрһәтелгәне юҡ ине.

Ултырышта 2012 йылдағы эшмәкәрлеккә йомғаҡ яһалды һәм алдағы ваҡытҡа тармаҡты үҫтереү буйынса бурыстар билдәләнде. Республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова 2012 йылды уңышлы тип баһаланы. Халыҡ-ара һәм Рәсәй кимәлендәге ҙур проекттар тормошҡа ашырылды, урындағы бюджеттарҙың мәҙәниәткә сығымдарын яҡынса 10 процентҡа арттырыуға өлгәшелде. 2012 йылда был сығымдар 3 миллиард һум тәшкил итте.

«2013-2018 йылдарға Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәтен һәм сәнғәтен үҫтереү» оҙайлы сроклы маҡсатлы программаһы әҙерләнгән. Уның сиктәрендә музыка мәктәптәрен кәрәкле музыка ҡоралдары менән тәьмин итеүгә йыл һайын 75 миллион һум аҡса бүлеү ҡаралған. Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов ҡушыуы буйынса, мәҙәниәт өлкәһе хеҙмәткәрҙәрен торлаҡ менән тәьмин итеүгә йыл һайын 50 миллион һум аҡса бүленәсәк.

Әминә Шафиҡова мәҙәниәт өлкәһендә кадрҙар етешмәү мәсьәләһен дә билдәләне. Хеҙмәткәрҙәрҙең уртаса йәше – 45-50, шуға күрә күпселек учреждениелар иҫке ҡалыптар буйынса эшләй. Йәш белгестәр тармаҡтағы барлыҡ хеҙмәткәрҙәрҙең яҡынса 19 процентын тәшкил итә. 2011 йыл менән сағыштырғанда, был ике процентҡа кәмерәк.

Лилиә Ғүмәрова билдәләүенсә, социаль өлкәнең һөҙөмтәле эшләүе заман талабына әүерелә. Уның һүҙҙәренсә, зыянға эшләгән ойошмаларҙы ябыу түгел, ә һөҙөмтәле эшләгән йүнәлештәрҙе үҫтереү мөһим. Бының өсөн ғәмәлдәге мәҙәниәт учреждениеларының ойоштороу-хоҡуҡи формаларын ҡайтанан ҡарап сығыу зарур.