Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65 ↓

EUR 69.99 ↑

17 август, Кесе йома

Уфа   °

Өфөлә башҡорт кинематографы «йондоҙҙары» тәбрикләнәсәк

Йәмғиәт

4 мартта «Родина» кинотеатрында Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған кино байрамы үтә.

Ойоштороусылар булып «Родина» Рәсәй кинематографияһы үҙәге менән берлектә республиканың Мәҙәниәт министрлығы, «Башҡортостан» киностудияһы, БР Кинематографсылар союзы сығыш яһай.

18 сәғәттә «Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары ил кинематографында» исемле тантаналы сара үтә. Унда театр һәм кино өлкәһендәге билдәле актрисалар – Гөлли Мөбәрәкова, Нурия Ирсаева, Таңсулпан Бабичева, Рушанна Бабич, шулай уҡ башҡорт киноһын үҫтереүгә тос өлөш индергән кинематографсы ҡатын-ҡыҙҙар – сценарист, режиссер һәм тележурналист Альда Вәлиева, тауыш режиссеры Памира Абдулбанеева, режиссерҙар Лина Мамина һәм Вилүрә Иҫәндәүләтова, «Родина» кинотеатры директоры Татьяна Разина, шулай уҡ Лилиә Ризуанова, яңы быуын кинематографсылар вәкилдәре – режиссер һәм сценарист Таңсулпан Бураҡаева, анимация режиссеры Елена Юшкова тәбрикләнәсәк.

Республиканың Кинематографсылар союзы улар өсөн «Ҡарлуғас» кинопремияһын булдырған.

Был көндө шулай уҡ «Башҡорт киноһы төнө» үткәреләсәк. Уның сиктәрендә тамашасыларға яңы ҡыҫҡа метражлы фильмдар, шулай уҡ башҡорт актрисалары ҡатнашлығындағы үҙебеҙҙең илдә төшөрөлгән фильмдар тәҡдим ителәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть