8 декабрь, Кесе йома

26 февраль 2013 йыл, 18:20

Баш ҡалала Башҡорт асыҡ шаяндар һәм отҡорҙар лигаһының беренсе миҙгеле финалы үтәсәк

автор: Александра Лебедева

11 мартта Өфөнөң Конгресс-холында Башҡорт асыҡ шаяндар һәм отҡорҙар лигаһының беренсе миҙгеле финалы үтә.

Финалда Өфө, Стәрлетамаҡ, Сибай ҡалаларынан, Ейәнсура, Учалы райондарынан алты команда ҡатнашасаҡ.

— Сараның үҙенсәлеге барлыҡ уйындарҙың тик башҡорт телендә үткәрелеүендә. Бының менән йәштәр араһында туған телде өйрәнеүҙе популярлаштырабыҙ, — тип билдәләне Лига рәйесе Урал Кәримов.

— Башҡорт лигаһы шулай уҡ йәштәрҙең башҡа ижади сараларында ла әүҙем ҡатнаша. Мәҫәлән, «Родина» кинотеатрында үтәсәк башҡорт киноһы төнөндә, «Кәкре камера» һәүәҫкәрҙәр видеоһы конкурсында ҡатнашыу планлаштырыла. Шулай уҡ Лиганың ойоштороу комитеты сараларға күрше төбәктәрҙән дә һәләтле йәштәрҙе йәлеп итергә тырыша. Мәҫәлән, Башҡорт асыҡ шаяндар һәм отҡорҙар лигаһы финалына алып барыусы итеп – Силәбе өлкәһенең Башҡорт йәштәре иттифағы активисы Инвир Хисаметдинов, тауыш режиссеры итеп уның яҡташы Анир Тахавеев саҡырылды, — тип хәбәр итте Урал Кәримов.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, яңы йәмәғәт ойошмаһы Шаяндар һәм отҡорҙар клубы исеме аҫтында 2012 йылдың 16 июнендә булдырылды. Башҡорт телендә Шаяндар һәм отҡорҙар клубы хәрәкәтен үҫтереү, республика йәштәренең ижади мөмкинлектәрен тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итеү, йәштәр араһына башҡорт телен популярлаштырыу, йәштәрҙе милли мәҙәниәткә һәм йәмәғәт тормошона йәлеп итеү ойошманың төп маҡсаттары булып тора.