4 декабрь, Йәкшәмбе

26 февраль 2013 йыл, 17:41

Өфөлә Инвестицион мөхитте яҡшыртыу буйынса йәмәғәт советы ултырышы үтте

автор: Эльвира Латипова | фото: Олег Яровиков

26 февралдә республика Хөкүмәтендә Башҡортостан Президенты ҡарамағындағы Инвестицион мөхитте яҡшыртыу буйынса йәмәғәт советы ултырышы үтте.

Республика Президенты Рөстәм Хәмитов һүҙҙәренсә, 2012 йылда төп капиталға инвестициялар күләме 233 миллиард һумға еткән, 2011 йылдағы күрһәткестәр менән сағыштырғанда, был 8 процентҡа күберәк. Дөйөм Рәсәй динамикаһы – плюс 6,6 процент. Башҡортостанға йәлеп ителгән сит ил инвестициялары күләме йыл эсендә ике тапҡырға – яҡынса 600 миллион долларға тиклем артҡан.

— Бөгөн 400 миллиард һум суммаға 100-ҙән ашыу инвестиция проекты тормошҡа ашырыла. Уларҙың алтауһы тамамланған да инде, эш урындары менән меңдән ашыу кеше тәьмин ителгән, — тине республика башлығы.

Башҡортостанда тулыйым төбәк продукты үткән йыл йомғаҡтары буйынса тәүгә бер триллион һумлыҡ сикте уҙҙы. Бындай һөҙөмтәләргә шәхси сектор иҫәбенә генә түгел, ә күпселек йәһәттән инвесторҙар менән һөҙөмтәле эшләү системаһы ярҙамында өлгәшелде, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Президент. Төбәктең конкурентлыҡҡа һәләте, шулай уҡ бизнес менән шөғөлләнеү өсөн уңайлы шарттар булдырыу, асыҡ иҡтисади сәйәсәт алып барыу йәһәтенән беҙ Рәсәй Федерацияһында лидерҙарҙың береһе булып торабыҙ.

Шул уҡ ваҡытта Рәсәй ҙур рейтингтарҙа алдынғы урындарҙан алыҫ тора. БР Президенты советнигы Андрей Назаров һүҙҙәренсә, конкурентлыҡҡа һәләт буйынса ҙур рейтингта Рәсәй ни бары 67-се баҫҡысты биләй. Беренсе урында Швейцария килһә, Сингапур икенсе баҫҡысты биләй.

Әммә төп маҡсат рейтинг түгел, ә иҡтисади үҫеш, тип иҫәпләй Андрей Назаров. Уның һүҙҙәренсә, был йәһәттән инвестициялар бик мөһим тышҡы ресурс булып тора. Бындай ресурстарҙы йәлеп итеүгә ҡамасаулаған күренештәр тотош иҡтисадҡа зыян килтерә.

БР Президенты советнигы республикала эске рейтингтар системаһын ҡулланырға тәҡдим итте. Миҫалға ул Doing Business рейтингын килтерҙе. Уны әҙерләгәндә шәхси предприятиены теркәү, төҙөлөш эштәрен башҡарыуға рөхсәт ҡағыҙҙары алыу кеүек процедураларҙы үткәреү тиҙлеге иҫәпкә алына. Бындай рейтингтар дәүләттәр һәм шулай уҡ төбәктәр өсөн әҙерләнә.

Инвестициялар йәлеп итеү мәсьәләһе хаҡында бәләкәй һәм урта бизнесты үҫтереү позицияларынан сығып БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты Юрий Пустовгаров та үҙ фекерен белдерҙе. Республиканың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы төбәктәге 6000 эшҡыуарҙан һорау алған. Асыҡланыуынса, яңы бизнес ойоштороу мөмкинлеге Башҡортостанда бәләкәй бизнес өсөн төп проблема булып тора. Шулай уҡ һалымдар йәһәтенән көсөргәнешлектең ҙур булыуы, ҡыҫҡа ваҡытҡа финанс ресурстар йәлеп итеү мөмкинлегенең сикләнгән булыуы, квалификациялы кадрҙар дефициты һәм коррупция кимәленең юғары булыуы эшҡыуарҙар өсөн проблема булып тора.

Ултырышта билдәләнеүенсә, Йәмәғәт советы йөҙөндә республика властарының тырышлыҡтары тап ошо мәсьәләләрҙе хәл итеүгә йүнәлтелгән булырға тейеш.