Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.83 ↓

EUR 69.29 ↑

13 декабрь, Шаршамбы

Уфа   °

Баш ҡалала «Мәғариф. Фән. Карьера» күргәҙмә-форумы асылды

Йәмғиәт

26 февралдә Өфөнөң «Нефтсе» мәҙәниәт һарайында XIII «Мәғариф. Фән. Карьера» күргәҙмәһе асылды.

Йылдан-йыл форумда ҡатнашыусылар һаны арта бара. Быйылғы күргәҙмәлә республиканың юғары һәм урта махсус уҡыу йорттары, башланғыс һөнәри белем биреү учреждениелары, кадрҙар үҙәктәре – йәмғеһе 100-ҙән ашыу уҡыу йорто, шулай уҡ Рәсәйҙең 16 төбәгенән 30-ға яҡын университет ҡатнаша.

— Бында мәғариф системаһының интеллектуаль продукты, университеттар һәм колледждар эшләнмәләре, уларҙың ҡаҙаныштары тәҡдим ителә. Күргәҙмәлә уҡыу йортоноң тарихы менән генә түгел, ә уның киләсәккә пландары менән дә таншырға мөмкин, — тине РФ Дәүләт Думаһының Мәғариф буйынса комитеты рәйесе Александр Дегтярев.

Форумдың эшлекле программаһы сараларға бай. Смотр сиктәрендә вакансиялар йәрминкәһе эшләйәсәк, йәштәр мәшғүллеге буйынса семинарҙар, оҫталыҡ дәрестәре үткәреләсәк, шулай уҡ Башҡортостанда тегелгән мәктәп формаларын күрһәтеү ойоштороласаҡ.

Күргәҙмәнең һуңғы көнөндә, 1 мартта, юғары, урта һәм башланғыс һөнәри белем биреү учреждениелары араһында үткәрелгән «Алтын өкө» конкурсында еңеүселәрҙе тәбрикләү тантанаһы үтә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть