Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.60 ↑

EUR 63.23 ↓

17 ғинуар, Шишәмбе

Уфа   °

«Шүлгәнташ» ҡурсаулығында Көньяҡ Урал мәмерйәләрен һаҡлау мәсьәләләре тикшереләсәк

Йәмғиәт

Көньяҡ Урал мәмерйәләрен һаҡлау һәм рациональ файҙаланыу мәсьәләләре 1-3 мартта Бөрйән районында беренсе фәнни-ғәмәли семинарҙа тикшереләсәк. Уны ойоштороусылар булып «Шүлгәнташ» дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы, БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы ҡарамағындағы мәмерйәләрҙе һаҡлау һәм райиональ файҙаланыу буйынса эш төркөмө, Урал төбәгенең Спелеологтар ассоциацияһы, республиканың Спелеология һәм спелеотуризм федерацияһы сығыш яһай.

Семинарҙа «Башҡортостан Уралы» биосфера резерваты составына ингән айырыуса һаҡланған тәбиғәт территорияларының 40-ҡа яҡын хеҙмәткәре, спелеологтар ҡатнашасаҡ.

«Башинформ» агентлығына «Шүлгәнташ» ҡурсаулығы белгесе Ольга Червяцова хәбәр итеүенсә, Башҡортостан вәкилдәренән тыш, семинарҙа Свердловск, Ырымбур, Ленинград өлкәләренән һәм Пермь крайынан белгестәр ҡатнашасаҡ.

Семинар программаһында ғилми-популяр лекциялар, тематик экскурсиялар, шулай уҡ мәмерйә биләмәһен сүп-сарҙан таҙартыу буйынса саралар ҡаралған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть